Яңы йыл. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Яңы йыл



Дөп-дөп итеп ишек ҡаға
Тағы яңы йыл,
Ул - яңы ла, беҙ иҫке шул,
Булмай яңырып.
Һәр ҡыш бер йыл өҫтәй тора
Сәстәрҙе саллап,
Туҡтатып та ҡуйып булмай
Һаҡсылар яллап.
Әйҙә, килгәс уҙ түремә,
Һөйөнөс йөкмәп,
Күңелдә шатлыҡ мул булһын,
Табында - икмәк.
Буш тоғоңа ҡайғыларҙы
Алып кит төйәп,
Упҡынға күм, беҙҙә улар
Тапмаһын төйәк.
Дөп-дөп итеп ишек ҡаға
Ана, яңы йыл.
Юҡ, "иҫкерге" килмәй һис тә -
Килә яңырғы!


2013